top of page

Таныш булайыҡ

Мин

Минең исемем бөтәгеҙгә таныш

Минең исемем бөтәгеҙгә таныш, 
Ғорурланып әйтәм – Уҡытыусы!
Бала күңелендә илгә, ергә,
Үҙ теленә һөйөү уятыусы. 

Уҡытыусымын! Һөйөнөп эшкә барам,
Байрам кеүек миңә һәр көнөм.
Балалар һәм мәктәп – бар байлығым,
Үҙем тапҡан бәхет бөртөгөм.

Уҡытыусымын! Сәскән орлоҡтарым
Аҡыл емешенә әйләнгән.
Сөнки илем, халҡым киләсәге
Минең хеҙмәтемә бәйләнгән (Г. Ғиззәтуллина).

 

Мин – Башҡортостандан.

Һораһалар ситтә, һин ҡайҙан, тип,

Ғорур ғына ҡарап торам да,

Ирәйеп тә, берсә кинәнеп тә,

Башҡортостандан, тим, Уралдан!

Күккә ашҡан уның күк тауҙары,

Былбыл ҡунған муйыл, талына.

Алтын, көмөшкә бай, бай нефткә,

Еләк-емеш, ҡымыҙ, балына...

(Ф. Рәхимғолова).

Башҡортостан

Башҡортостан! Татлы балһың кеүек,

Дегетсе бер оҫта кеүекһең –

Кейемеңә мазут еҫе һеңгән

Һин, гүйә, бер эшсән егетһең.

Башҡортостан! Ярһыу атһың һымаҡ:

Өйөрҙәрең – утлы өйөрмә.

Ҡымыҙ еҫе, йәйләүҙәрең хисе

Йырлап инә йырлы өйөңә

 

(Назар Нәжми).

Беҙҙеңҡаҙаныштар

Беҙҙең ҡаҙаныштар

Шаяниум

Уңыштарыбыҙ

Уңыштарыбыҙ

Обратная
Телефон: 89639086651

Комментариев 168

Сообщение отправлено, спасибо!

bottom of page