top of page

Изге һөнәргә тоғролоҡ

    Доньяла ниндәй генә һөнәрҙәр юҡ: уҡытыусы, йырсы, бейеүсе, табип, һатыусы, иген игеүсе, шофер... Уларҙы һанай китһәң, ҡағыҙ биттәре лә етмәҫ кеүек. Әммә ошо һәр бер һөнәр эйәһенә белем биреүсе, уны тәрбиәләүсе, тыуған ерен, телен яратҡан патриот, ысын шәхес итеп үҫтереүсе изге һөнәр эйәһе бар. Ул - уҡытыусы! Уҡытыусы һөнәренең ни тиклем кәрәкле, изге, яҡты булыуын ябай һүҙҙәр менән генә аңлатып булмайҙыр...

    Уҡытыусы... Ябай ғына ошо һүҙгә күпме мәғәнә һалынған. Тәүге тапҡыр “белем” тигән тауҙың үренә артылғанда ярҙам итеп ҡул һуҙыусы ла, мәктәпте икенсе тыуған йорт кеүек күреп, яратырға өйрәтеүсе лә, илағанда күҙ йәштәреңде һөртөүсе лә, рухың һынып, күңел төшөнкөлөгөнә бирелгәндә ҡанатландырыусы ла – ул уҡытыусы. Эйе, уҡытыусының күңеле яҡты, ә йөрәге һәр бер баланың шатлыҡ-ҡыуаныстарын, уңыштарын, хәсрәттәрен һыйҙыра ала. Халыҡ ижадының рухи гәүһәрҙәрендә лә уҡытыусы эшенең бөйөклөгө һәр саҡ данлана. Түбәндәге хикмәтле хикәйәгә туҡталып үткем килә: “Буласаҡ уҡытыусы донъяға килгәндә, уның сәңгелдәге янына өс фәрештә килеп ҡуна. Беренсе фәрештә әйтә: “Күңелең һинең гел йәш булыр, сөнки һине һәр саҡ балалар уратып алыр”. Икенсе фәрештә әйтә: “ Һинең күңелең гел матур булыр, сөнки балаларҙы гел яҡшылыҡҡа өйрәтерһең”. Өсөнсө фәрештә лә телгә килә: “Һинең исемең мәңгелек булыр. Сөнки һин хеҙмәтеңдең емештәрен татырһың, һинең эшеңде уҡыусыларың дауам итер, һинең исемең уларҙың йөрәгендә мәңге йәшәр”.

Ысынлап та, бик хаҡ һүҙҙәр. Уҡытыусының күңеле һәр саҡ яҡты, саф, нур бөркөп тора, ә инде ул күрһәткән дөрөҫ юлдан уҡыусылары ҡыйыу баҫып атлай.

    ...Бала сағымда тәүге тапҡыр әсәйемдең эшенә - мәктәпкә эйәреп барғанымды бөгөнгөләй хәтерләйем. Мәктәп тупһаһы аша үтеү менән әсәйем белем усағын күрһәтте һәм былай тине: “Был мәктәптә минең атайым Ибраһим Сабир улы эшләне. Мин дә уҡытыусы һөнәренә тоғро ҡалып, уның юлын дауам иттем. Һинең олатайың Ибраһим заманының иң уҡымышлы кешеләренең береһе ине, мәктәбебеҙҙе лә етәкләне. Ә иң мөһиме – уға бөйөк ғалим Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев, яҙыусы Сәғит Агиш менән бергә эшләү бәхете тейгән”.

    Әсәйемдең ул ваҡытта әйткән һүҙҙәренең мәғәнәһенә ныҡлап төшөнмәһәм дә, йылдар үткән һайын был һүҙҙәр миндә ғорурлыҡ тойғоһо уята барҙы. Жәлил Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбендә белем ала башлау менән, күңелем түрендә: “Ә бит был бөйөк кешене минең олатайым белгән, бергә эшләгән” тигән ғорурлыҡ тойғоһо урын алды. Был тойғо йылдар үткән һайын уҡытыусы булыу теләген бары тик көсәйтә барҙы.

    Үҙемдең шәжәрәмә күҙ һалһам, ундағы уҡытыусыларҙың күплегенә хайран ҡалам. Эйе, ысынлап та, әгәр ҙә нәҫел ептәрен тағатып ҡараһаң, был изге һөнәрҙең быуындан-быуынға аманат кеүек тапшырыла килеүенә тағы бер тапҡыр инанаһың. Минең дә уҡытыусы булыуым бик тәбиғи, сөнки әсәйем беҙҙе уҡытыусы һөнәренә ихтирам, оло һөйөү менән ҡарарға тәрбиәләне.

Уҡытыусы булыу теләге мине Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына алып килде. Элек бары тик зәңгәр экрандарҙан ғына күргән, ғилми хеҙмәттәре аша ғына ишетеп белгән ғалимдарҙың фәһемле лекцияларын тыңлап, белемемде камиллаштырҙым, рухымды байыттым. Бигерәк тә билдәле профессор Ғиниәт Сәфиулла улы Ҡунафиндың лекцияларын ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп ала торғайныҡ. Үҙ халҡының ысын патриоты булған, үҙ теле, иле өсөн янған ғалимға ҡарап, ысын күңелдән һоҡлана, ғорурлана инек. Уның: “Тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы балаларҙа дөрөҫ һәм айыҡ ҡараш, ижади һәләт, матурлыҡ тойғоһо тәрбиәләргә тейешле философ та, тарихсы ла, этнограф та, әҙәбиәтсе лә, фольклорсы ла, музыкант та, хореограф та, артист та, оратор ҙа булырға тейеш. Филология уҡытыусыһы – халыҡ аңының, теленең, халыҡ хәтеренең һаҡсыһы”, - тигән тапҡыр һүҙҙәре әле лә ҡолаҡ төбөндә яңғырай кеүек... Эйе, ысынлап та, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы бар яҡлап талантлы булырға тейеш.

    Мәктәптә эш башлауымдың тәүге көндәрендә үк күҙҙәренән осҡондар сәскән, шат йылмайған һәм белем алыу теләге менән янған уҡыусыларға ҡарап, үҙемдең һөнәремдең ни тиклем яуаплы, кәрәкле, күп эҙләнеүҙәр талап итеүен аңланым. Төрлө милләт балаларын башҡорт теле серҙәренә өйрәтә башланым һәм таң ҡалдым. Уҡыусыларымдың дуҫлығы, бер-береһенә булған йылы мөнәсәбәте әсир итте мине. Мәктәбебеҙҙә башҡорт, татар, рус, үзбәк, сыуаш, әрмән, таджик, ҡаҙаҡ, әзербайжан, вьетнам, украин, удмурт милләтенән булған балалар белем ала. Йәмғиәтебеҙҙең бәләкәй генә бер өлөшөн тәшкил иткән ошо белем усағы халыҡтар дуҫлығының асыҡ сағылышы түгелме ни?!

Төрлө милләт балаларын йыйып,

Өйрәтәмен башҡорт теленә.

Ғорурлыҡ һәм һөйөү тәрбиәләп,

Алып инәм башҡорт иленә.

    Башҡорт теле дәрестәрендә туған тел, тыуған ер, милли үҙенсәлектәр, милли байрамдар, традициялар, ғөрөф-ғәҙәттәр, милли аш-һыуҙар тураһында һөйләшәбеҙ, фекер алышабыҙ. "Туған тел" һүҙен ишеткәндә уҡыусыларымдың күҙҙәре янып китә. Һәр береһе туған телдең ниндәй ҡәҙерле, яҡын икәнен тәрән аңлай. Ә инде милли байрамдар, ғөрөф-ғәҙәттәр тураһында һөйләшә башлаһаҡ, дәрестең үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалабыҙ. Уҡыусылар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән бер-береһен тыңлай, рухын байыта. Һәр халыҡтың үҙенә генә хас милли үҙенсәлеге булған кеүек, минең уҡыусыларым да бер-береһенән айырыла. Әммә уларҙы дуҫлыҡ ептәре берләштерә. Бер-береһенә ҡарата булған ошо ихтирам тойғоһо, яҡшы мөнәсәбәте беҙҙең мәктәбебеҙҙең йөҙөн билдәләй. "Берҙәмлектә – көс!" ти халыҡ мәҡәле. Был халыҡ ынйыһын бик яҡшы аңлай минең уҡыусыларым.

    Мин уҡыусыларымды яратам, уларҙы һағынып эшкә барам. Билдәле рус яҙыусыһы Лев Толстойҙың түбәндәге һүҙҙәре хәтергә төшә: “Эшен яратып башҡарған уҡытыусы – иң яҡшыһы. Балаларҙы яратҡан уҡытыусы бар китаптарҙы ла уҡып сыҡҡан уҡытыусынан яҡшыраҡ. Ә эшен дә, балаларҙы ла яратҡан уҡытыусы – ул камиллыҡтың өлгөһө”. Ысынлап та, уҡыусыларға булған һөйөү, ихтирам хисе, уларҙы аңлай белеү, күңеленә үтеп инә белеү – ул уҡытыусының ҙур уңышы.

    … Йылдар үтә… Заман талаптары бөгөнгө көндә башҡорт телен уҡытыу процесында ҙур үҙгәреш һорай. Беҙҙең алдыбыҙҙа бик тә яуаплы һәм әһәмиәтле бурыс тора. Беренсенән, телебеҙҙе һаҡлап ҡалыу бурысы булһа, икенсенән, рус телле балаларҙа телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуҙы бөтөрмәү, киреһенсә, был ҡыҙыҡһыныуҙы үҫтереү бурысы. Был уҡытыусынан ҙур һөнәри оҫталыҡ, түҙемлелек һәм заман менән бергә атлауҙы талап иткәнсә, юғары технологияларҙан, мәғлүмәти сараларҙан хәбәрҙәр талап итә. Бөгөн беҙгә ижади шәхес булараҡ күп уҡырға, әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге яңылыҡтар менән таныш булырға ғына түгел, ә яңы педагогик технологияларҙың да иң һөҙөмтәлеһен һайлап алып, үҙләштереп эшләү ҙә мөһим. Уҡыусыларымдың башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуҙары һүрелмәһен өсөн бик күп эшләргә, эҙләнергә тура килә. Яңылыҡҡа ынтылыусан, ҡыҙыҡһыныусан уҡыусыларым булғанда, илһамланып эшләргә лә эшләргә ҡала...

    ...Ҡурсаҡтарын теҙеп ултыртып, китапты таҡта итеп, унда аҡбур менән ниҙер сыймаҡлап, “дәрес аңлатҡан” кескәй генә ҡыҙыма ҡарайым да, берсә шатланам, берсә уйланам... Ҡарт олатаһы, өләсәһе, әсәһе һайлаған юлдан барырмы минең бәләкәсем?! Нәҫелебеҙҙә быуындан-быуынға изге аманат булып тапшырыла килгән уҡытыусы һөнәренә тоғро ҡалырмы?! Әгәр ҡыҙым киләсәктә был һөнәрҙе һайлаһа, һис тә аптырамайым. Уҡытыусы һөнәренә ихтирам, оло һөйөү менән ҡарау уға бөгөндән таныш...

bottom of page