top of page

Баланы мәктәпкә әҙерләү

Беренсе класҡа уҡырға барырға йыйыныусы баларға һеҙ, мәктәп –ул ҙур йорт, унда булыу бик күңелле, уҡытыусылар һеҙҙе яратасаҡ һәм ҡыҙыҡлы нәмәләргә өйрәтәсәк, тип һөйләһәгеҙ, улар мәктәпкә барабыҙ тип атлығып торасаҡ. Әгәр ҙә инде балағыҙға: уҡытыусыны тыңламаһаң йәки шаярһаң, мәктәптә һине шундай-шундай язалар көтә, тип һөйләһәгеҙ, был балала мәктәп тупһаһын атлап кереү теләге тыуырмы икән?

Мәктәптә уҡыуҙы шатлыҡлы, күңелле нәмә итеп күҙаллаған бала эш барышында килеп тыуған ауырлыҡтарға ла башҡаса ҡараясаҡ. Бала күңелендә һөйөнөслө уйҙар тыуһын, мәктәпкә бараһы көндө көтөп алһын өсөн, мәктәпкә бараһы көндө көтөп алһын өсөн, мәктәпкә әҙерләнеү менән бәйле барлыҡ эштәрҙең дә бала өсөн ҡыҙыҡлы булыуына ирешергә кәрәк.

Атай-әсәйҙәргә мәктәп формаһы, портфель, дәфтәрҙәр, ҡәләмдәр, юйғыс һәм альбомдар һатып алырға тура киләсәк. Баҙарға сыҡҡанда баланы ла бергә алып сығығыҙ. Ул, прилавка янында рәхәтләнеп баҫып тороп, быға тиклем үҙенә таныш булмаған әйберҙәрҙе туйғансы ҡараһын һәм үҙенә оҡшағандарын һайлап алһын.

Мәктәпкә барырға әҙерлек тамам: портфелгә кәрәкле әйберҙәр һалынған, яҡшы үтекләнгән костюм да күптән әҙер, аяҡ кейемдәре таҙа. Бөтәһе лә яңы, ялт итеп тора. Гөлләмә әҙерләргә онотманығыҙмы? Онота күрмәгеҙ. Сәскәләрҙән башҡа байрам буламы ни!

Уныһы шулай. Тик мәктәпкә барыр алдынан баланы ашыҡтыра, юғалған ойоҡтарҙы эҙләй башлаһағыҙ һәм бына сығып китергә генә торғанда күлдәк үтекләргә керешһәгеҙ, эште сәскәләр генә төҙәтә алмаясаҡ, байрамдың бөтөнләй йәме китәсәк. Шуға күрә лә һеҙ барыһын да кистән әҙерләп ҡуйығыҙ. Был эштәрҙә бала үҙе лә ҡатнашһын. Шуны онотмағыҙ, балағыҙҙың мәктәпкә китер алдынан ярты сәғәт ваҡытты нисек үткәреүеенә, өйҙән сығып киткәндә һеҙ уға ниндәй һүҙҙәр әйтеп ҡалыуға ҡарап, ҡайһы саҡта мәктәптәге көндөң “яҙмышы” хәл ителә.

Балаға нисек башҡортлоҡ тойғоһо һалырға.

Ғаилә мөнәсәбәттәре тураһында мәҡәлдәр

Ата-әсәләргә кәңәштәр

bottom of page