top of page

Үҙем хаҡында

Минең исемем бөтәгеҙгә таныш,

Ғорурланып әйтәм – Уҡытыусы!

Бала күңелендә илгә, ергә,

Үҙ теленә һөйөү уятыусы.

 

Уҡытыусымын! Һөйөнөп эшкә барам,

Байрам кеүек миңә һәр көнөм.

Балалар һәм мәктәп – бар байлығым,

Үҙем тапҡан бәхет бөртөгөм.

 

Уҡытыусымын! Сәскән орлоҡтарым

Аҡыл емешенә әйләнгән.

Сөнки илем, халҡым киләсәге

Минең хеҙмәтемә бәйләнгән (Г. Ғиззәтуллина).
 

    Республикабыҙҙың тарихи-мәҙәни үҙәге булған иң ҙур башҡорт ауылы Сәйетбабала тыуғанмын мин. Ауылым үҙенең арҙаҡлы шәхестәре менән элек-электән дан тота. Тыуған төбәгемдән сыҡҡан мәшһүр телсе Жәлил Кейекбаев, яҙыусы Әнүр Вәхитов, билдәле ғалим, профессор Ғиниәт Ҡунафин, моңло тауышлы диктор Лира Фәйзуллина, яҙыусы Гөлнур Яҡупова, “Мөжәүир хәҙрәт” китабы аша барыһына таныш Лира Яҡшыбаева, тиҙ арала халыҡ күңелендә ҙур урын алған прозаик, драматург, журналист Мөнир Ҡунафин, талантлы Земфира Байбулдина һәм башҡалар...

    Бала саҡтан уҡ уҡытыусы булыу теләге менән яндым. Апайым менән ҡурсаҡтарыбыҙҙы теҙеп ултыртып, уҡытыусы булып уйнай инек. Әсәйем Мәҙинә Ибраһим ҡыҙы утыҙ йылға яҡын ғүмерен уҡытыусы эшенә бағышланы. Ә олатайым Ибраһим Сабир улы иһә ҡырҡ йылдан ашыу уҡытыусы булып эшләгән, мәктәп директоры вазифаһын да башҡарған. Шуға күрә лә апайымдың да, минең дә уҡытыусы һөнәрен һайлауыбыҙ бик тәбиғи. Был изге һөнәр беҙгә быуындан-быуынға аманат кеүек тапшырыла килә. Нәҫел ептәрен байҡап ҡараһаң, шәжәрәбеҙҙәге уҡытыусыларҙың күплегенә хайран ҡалаһың...

    Уҡытыусы булыу теләге мине Башҡорт дәүләт университетының филология һәм журналистика факультетына алып килде. Мәктәп ҡыңғырауын күңелле студент йылдары алмаштырҙы. Баш ҡалала белем алыу, элек телевизорҙа ғына күргән шағирҙар, яҙыусылар менән осрашыу, танылыу яулаған артистарҙың концерттарына йөрөү, төрлө спектаклдәр ҡарау рухи яҡтан ғына байытып ҡалманы, күңелгә дәрт, илһам өҫтәне, тормошомдо йәмләне.

    Университетты тик яҡшы билдәләргә генә тамамлап, 10-сы мәктәптә эш башланым. Мәктәптә эш башлауымдың тәүге көндәрендә үк күҙҙәренән осҡондар сәскән, шат йылмайған һәм белем алыу теләге менән янған уҡыусыларға ҡарап, үҙемдең һөнәремдең ни тиклем яуаплы, кәрәкле, күп эҙләнеүҙәр талап итеүен аңланым. Үҙ эшеңде һөйөү менән башҡарыу - ул бит үҙе иң ҙур бәхет. Төрлө милләт балаларын башҡорт теле серҙәренә өйрәтә башланым һәм таң ҡалдым. Уҡыусыларымдың дуҫлығы, бер-береһенә булған йылы мөнәсәбәте әсир итте мине. Башҡорттар, татарҙар, урыҫтар, үзбәктәр, сыуаштар, әрмәндәр, таджиктар, ҡаҙаҡтар , әзербайжандар, вьетнамдар , украиндар, удмурттар бар беҙҙә.      Йәмғиәтебеҙҙең бәләкәй генә бер өлөшөн тәшкил иткән ошо белем усағы халыҡтар дуҫлығының асыҡ сағылышы түгелме ни?

Белемемде артабан камиллаштырыу маҡсаты менән аспирантураға уҡырға индем. “Хәҙерге башҡорт телендә хәл ҡылым формалары” тигән темаға диссертация яҡлап, фән кандидаты ғилми дәрәжәһен алыу бәхете тейҙе.

    Хәҙер ун бер йыл инде ошо уҡ мәктәптә уңышлы эшләп йөрөйөм. Үҙ эшемде, уҡыусыларымды, тәжрибә тупларға, үҫергә, камиллашырға ярҙам итеп, хәҙер инде икенсе тыуған йортома әйләнгән мәктәбемде, коллегаларымды ихлас күңелдән яратам. Уҡыусыларым менән төрлө

сараларҙа актив ҡатнашабыҙ. Икенсе йыл инде 9 класс уҡыусыларын башҡорт теленән дәүләт имтиханына әҙерләйем. Уҡыусыларым башҡорт телен яраталар, өҫтәмә рәүештә шөғөлләнәләр.

    …Йылдар үтә. Минең аң кимәлем дә, фекерләү ҡеүәм дә үҫә, үҙгәрә бара. Мин бәхетле, сөнки яратҡан эшем, һағынып, дүрт күҙ менән көтөп алған уҡыусыларым, терәгем, таянысым булған ғаиләм бар. Мин бәхетле, сөнки ғорурланып һөйләрлек, дуҫ, берҙәм республикам бар. Мин бәхетле… Ә ошо "бәхет" төшөнсәһен аңлай белеү, рухи ҡиммәттәреңде һаҡлай белеү, йәмғиәткә кәрәкле кеше булыу - ул үҙе бәхет, йәшәү йәме түгелме ни?!

bottom of page